Башҡортостанда үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһы тулыһынса яңыртылып, сафҡа индерелде. Эш ете йыл дауам иткән.
Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла идара итеү пункттары ойошторолған. Электр сиреналары, тауыш һәм сигналды ҡабул итеүсе ҡоролмалалар ҡуйыла. Күләмле проект Республика башлығы указына буйынса тормошҡа ашырылған. Автоматлаштырылған система булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 251 миллион һум аҡса бүленә.
Билдәле булыуынса, хәҙер ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә заманса ысулдар ҡулланыласаҡ. Һанлы программа ярҙамында сигналдар тиҙ ҡабул ителә.
Гөлназ Хәйбуллина