Тәжрибәле төҙөүселәр араһындағы ярыш 14-се тапҡыр уҙғарылды. Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә ойошторолған бәйгелә 17 төҙөлөш компанияһы вәкилдәре көс һынашты.
Улар ваҡытҡа кирбес һалып хеҙмәт сифатын һәм күләмен күрһәтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә еңеү яулаған ташсыға аҡсалата сертификат тапшырылды. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Төҙөлөш тармағында утыҙ йыл эшләгән Салауат Үзбәков ҙур йорттар, мәктәптәр һалыуҙа ҡатнашҡан, әммә һөнәри конкурста тәүге тапҡыр һынау тота. Тәжрибәле ташсының маҡсаты еңеү яулау түгел, ә сәм.
Өфөнәң «Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә үткән «Иң яҡшы ташсы» конкурсында 17 төҙөлөш компанияһы эшсеһе ҡатнашты. Еңеү яулаған ташсы республика данын Волга буйы федераль округы кимәлендә яҡлаясаҡ
Жюри ағзалары төҙөлөш участкаһында эшләүселәрҙең тиҙлегенән тыш кирбестәр араһындағы ҡатнашманың ҡалынлығына, таш стенаның сифатына ла иғтибар итә. Ташсылар алдында ҡуйылған талаптар конкурста ғына түгел, һәр саҡ контролдә тотола.
Ташсыларҙан тыш төҙөлөш штукатур-малярҙар конкурсы ла ойошторолор тип көтөлә.
Флорида Ким