Өфөлә Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы ағзаларының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала маркетинг менән шөғөлләнгән эре компания белгестәре ҡатнашты. Коронавирус пандемияһы башланғас та ил буйынса күргәҙмәләр эшмәкәрлеге ҡаршылыҡҡа осрап, иң ҙур зыян күргән ун тармаҡ исемлегенә индерелгәйне.
Шуға күрә осрашыуҙа күтәрелгән төп мәсьәлә – конгресс, күргәҙмәләр уҙғарғанда хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелде. Яңы эш форматтары, онлайн-ваҡиғалар хаҡында ла һүҙ барҙы.
Гөлназ Хәйбуллина