Ишембай ҡалаһында мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең республика семинары үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Белем ал» проекты сиктәрендә Ишембай ҡалаһында мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең республика семинары үтте. Сара сиктәрендә башҡорт телендә тәрбиә эшен, уҡытыу процесын ойоштороуҙа яңы методикалар тәҡдим ителде. Иң яҡшы алымдар менән БЮТ каналының ижади төркөмө таныштыра.

Ҡатырға һәм фетрҙан эшләнгән китапта балалар өсөн үҫтереүсе уйындар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре үҙ ҡулдары менән лэпбуктар яһап, кескәйҙәргә мауыҡтырғыс дәрестәр ойоштора. Хайуандар, үҫемлектәр донъяһы, һандар һәм хәрефтәр – һәр интерактив папка айырым бер темаға арналған. Учреждение хеҙмәткәрҙәре республика семинарында ҡатнашып, алтынсы йыл уңышлы алып барған эш тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Заман шарттарында балаларҙа туған телгә һөйөү уятыу, билингваль быуын тәрбиәләү мөһим. Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең республика семинарында был мәсьәлә тәүге урынға ҡуйылды. Яңы эш алымдарын ҡулланыу ваҡыт.

Семинарҙың Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы «Белем ал» проекты буйынса эшләп, уңышҡа өлгәшкән. Башҡортостанда дәүләт һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы грантына лайыҡ булған.

“Белем ал” проекты Башҡортостандың башҡорт теле, рус һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы менән берлектә алып барыла. Проект сиктәрендә бөгөн яңы әсбаптар әҙерләнгән. Әйтәйек, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнгән балалар өсөн яңы методик ҡулланма баҫтырылған.

Проект сиктәрендә тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр һәм шиғырҙар менән байытылған башҡорт алфавиты, үҫтереүсе уйындар әҙерләнә. Уларҙы балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә киң ҡулланыу планлаштырылған. Республика семинары сиктәрендә яңы тәрбиә-уҡытыу материалдары уңышлы презентацияланды.

Гөлназ Хәйбуллина