Мәкерле сирҙән берҙән-бер ҡотолоу сараһы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтергә теләүселәр ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Бөгөн сауҙа үҙәктәрендә эшләгән мобиль пункттарҙа ҙур сират булдырмаҫ өсөн, хатта, өҫтәмә медицина бригадалары ебәрелде. Уларҙың эш ваҡыты ла арттырылды.

Шул уҡ ваҡытта ковид-госпиталдәрҙә лә мәкерле сир тотҡонона эләккән пациенттар ғүмере өсөн көрәш дауам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡыҙыл зона. Реанимация. Пациенттарҙың барыһы ла үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Улар ауыр хәлдә, коронавирус менән сирле. Табиптар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып барып, үлем сигендәгеләрҙе аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Тик йоғошло ауырыу мәкерлерәк.

Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында ойошторолған ковид-госпиталдә бөгөн өс йөҙҙән ашыу пациент коронавирустан дауалана, үпкәләре кәмендә утыҙ-ҡырҡ процентҡа зарарланған. Сирлеләр үҙҙалы тын алыуы ауыр булыуын билдәләй. Шуға улар койкаға эс менән ятып, кислород концентраторын ҡуллана. Был һауығыу процессын тиҙләтә.

Госпиталдә ауыр сирлеләрҙең береһе лә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатмаған. Ә бит ваҡытында вакцинация үтеү оло бәләнән аралаған булыр ине.

Башҡортостанда бөгөн коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки илдең баш ҡалаһында өсөнсө тулҡын башланыуы күҙәтелә, ҡаты сикләүҙәр башланды. Хәйер, республикала йәшәүселәр әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, вакцинация юлын һайлай башланы. Сауҙа үҙәктәрендә ойошторолған мобиль пункттарға йәштәрҙең лә күпләп килеүе күҙәтелә.

Журналистар ҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияға әүҙем ҡушылды. "Яңылыҡтар" хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уҙған көҙ мәкерле сирҙе еңел формала үткәрә. Организмында антиматдәләр булыуға ҡарамаҫтан, ул прививка ҡаҙатырға ҡарар итә. Гам-ковид-вак препараты ярҙамында иммунитет та тиҙ нығыясаҡ.

Прививка яһатырға халыҡ ағымы көсәйеүгә бәйле мобиль пункттар һәм поликлиникаларҙың эш ваҡыты арттырылды, белгестәр вакцинаға ҡытлыҡ булмауын билдәләй. Коронавирусты тулыһынса еңеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Коллектив иммунитет булырға тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина