Бөгөн Локотки ауылы янында Өфө ҡалаһының Киров районы Йәйге уйын үткәрҙе. Һабантуйҙа милли көрәш буйынса Киров районы хакимиәте кубогына батырҙар майҙан тотто. Мәғариф учреждениелары тирмә ҡороп боронғо кәсептәр менән таныштырҙы. Байрамдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Был суҡмарҙы тотоп ҡараған һәр кем бер нисә минутҡа булһа ла үҙен батыр итеп тоя. Ауырлығы 15 килограмдан да кәм тартмаған суҡмар Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158- се башҡорт гимназияһыныҡы. Белем усағына Рәсәйҙең иң көслө кешеһе бүләк иткән ағас түмәр или ҡомартҡы һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы үҙенә йәлеп итте. Кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа уны күтәреп ҡарарға тырышты.
Башҡорт һабантуйы һыйһыҙ үтмәй. Киров районы мәғариф учреждениелары ойошторған тирмәлә ҡунаҡтар сәй менән һыйланды. Ғәҙәти һабантуйҙарҙа баҫыу батырҙары тәбрикләнһә, ҡаланыҡында – оҫталар. Башҡорт халыҡының электән килгән кәсептәре –ағас, йөн һәм күнде эшкәртеүселәр араһында иң- иңдәр асыҡланған.
Тәкә, һыуытҡыстар һәм башҡа ҡиммәтле приздар. Милли көрәштә бил бирмәүселәр Йәйге уйындан байып ҡайтып китәсәк. Һабантуйҙың иң көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы майҙанында төрлө ауырлыҡ категорияһында 76 егет көрәшә.
Сәхнәлә пандемия ваҡытында эшләгән ирекмәндәр тәбрикләнде. Һуғыш осоро балалары таныҡлығы тапшырылды. Халыҡ дәртле йыр-көйҙәргә бейене.
Рәмилә Исмәғилева