Башҡортостанда бер нисә урында урман янды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет һәм Учалыла ут һүндерелгән, Күгәрсен һәм Йылайырҙа урман янғыны таралыуға кәртә ҡуйылған. Ауылдар, балалар лагерҙарына ҡурҡыныс юҡ, ут таралған биләмә һөрөлгән, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урманда янғын сығыу хәүефе юғары ҡала.