Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ике ведомствоға бүленде

Хәҙер республикала Спорт министрлығы һәм айырым Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты була. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Руслан Хәбибов Спорт министры итеп тәғәйенләнде. Яна Гайдук Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын етәкләй. Быға тиклем ул Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары булды.