Башҡортостанда самолет өсөн яңы двигатель уйлап табылған

Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары һәм “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” белгестәре еңел авиация өсөн поршень двигателен булдырған. Уны пилотһыҙ осоусы аппараттарҙа файҙаланып була. Үҙенсәлекле двигатель Евразия фәнни-мәғариф үҙегенең технологик проекты буйынса эшләнгән һәм уҡыу йорто менән завод араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлектең уңышлы өлгөһө булып тора, тип белдерәләр Республика Хөкүмәтенән.