Өфө хоккейсыһы Ҡурған ҡалаһы клубы өсөн уйнай

Һаҡсы Андрей Банников “Зауралье” командаһына күсә. 24 йәшлек хоккейсы менән килешеү төҙөлгән.  Андрей Банников Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, быға тиклем “Толпар” һәм Нефтекаманың “Торос” командалары өсөн сығыш яһаны.