Башҡортостанда 2 июлгә тиклем дәүләт хеҙмәтендә булыусыларҙың 60 проценты вакцина яһатырға тейеш

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай күрһәткескә ирешергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала һуңғы көндәрҙә вакцина яһатыусылар күбәйеүе күҙәтелә. “Ковидҡа ҡаршы” указ донъя күргәндән һуң, прививка алыусылар 28 процентҡа артҡан. Бөгөн Өфөлә бер нисә сауҙа үҙәгендә мобиль пункттар асыла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.