Юғары һәм урта уҡыу йорттарында йәйге сессия бара. Именлек сараларын иҫәпкә алып, студенттар имтиханды ситтән тороп тапшыра. Быға тиклем Өфө дәүләт авиация техник университеты дистанцион тәртипкә күсһә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты шулай уҡ студенттарҙы ситтән тороп уҡытырға ҡарар иткән. Өфө колледждары һәм техникумдары ла ситтән тороп уҡытыуға күсте.