Үҙгәртеп ҡороу 2014 йылда башланды. Ошо ваҡыт эсендә бөтә район һәм ҡалаларҙа иҫкәртеү саралары яңыртылған, 464 электр сирена, 147 репродуктр ҡуйылған. Иҫкәртеү системаһын цифраға күсереп бөтөү буйынса беҙҙең республика илдә беренсе булды. Башҡортостанда “Хәүефһеҙ ҡала” тигән комплекс эшләй. Унда 112 ҡотҡарыу хеҙмәте, видеокүҙәтеү системаһы һәм башҡалары инә.