Өфөлә бөгөн кис “Утлы рәсем” тигән акция ойошторола

Ул Совет майҙанында үткәрелә. Уның барышында шәмдәр ярҙамында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың рәсеме төшөрөлә. “Утлы рәсем”дең  ҙурлығы 10 метрға 12 метр була. Сара барышында майҙанда “Һеңлем” фильмы ла күрһәтелә. Акцияға бәйле киске ундан төнгө икегә тиклем Совет майҙаны янында Пушкин урамы транспорт хәрәкәте өсөн ябыҡ була.