Республикала уҙған тәүлектә коронавирустан 4 кеше вафат булған

Вирус йоҡтороусылар исемлегенә 108 кеше өҫтәлгән. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ошоларҙы белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гөлнара Зиннурова әйтеүенсә, әле республикалағы ун госпиталдә коронавирус сирлеләр өсөн 1 мең 420 урын булдырылған. Уларҙың 90 процентҡа яҡыны тулы. 5 июлгә тиклем дауаханаларҙа урындарҙы арттырыу ҡарала.