Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тула

Республика Милли музейында ошо ваҡиғаға арналған күргәҙмә асыла. Ойоштороусылар уны “Еңеү һалдаттары” тип атаған. Экспозиция яугирҙарҙың шәхси архивынан алынған һүрәттәрҙән тора. Унда шулай уҡ фоторәссамдарҙың эшен күрергә була. 22 июндән музейҙарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына медицина белешмәһе буйынса ғына инергә мөмкин.