Республикала юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указда үҙгәрештәр бар. Илдә һәм республикала эпидемиологик хәл ҡатмарлана барыу сәбәпле, сикләүҙәр ҡәтғиләшә. Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә ошоларҙы белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ковидҡа ҡаршы” указға ярашлы, 2 июлгә тиклем республикала йәшәүселәргә, шулай уҡ беҙҙә булған сит ил граждандарына халыҡ күпләп йыйылған урында булыу тыйыла. Был исемлеккә майҙан, парк һәм аллеялар ҙа инә. Иртәгәнән театр, спорт залдары, ресторан йәки күңел асыу үҙәктәренә ингәндә медицина белешмәһе кәрәк. Республикала битлек тәртибе мотлаҡ һанала. Бөгөн йәмәғәт транспортында һәм сауҙа ойошмаларында уның үтәлеше тикшерелә.