Өфөлә мутлашыу менән шөғөлләнгән риэлтор хөкөм ителгән

 Башҡортостан прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 32 йәшлек ҡатын кешеләргә ареста булған фатирҙарҙы тәҡдим иткән. Торлаҡ баҙар хаҡынан арзанғараҡ һатылған. Асылда, ҡатындың күсемһеҙ милек һатырға хоҡуғы булмаған. Унан 12 кеше зыян күргән. Мутлашыусы уларҙы 12 миллионға алдаған. Өфөнөң Совет районы суды ҡарары буйынса, ялған риэлтор 12 йылға иркенән мәхрүм ителгән.