Башҡортостанда үткән Фольклориадаға Парагвай артистары килә

Көньяҡ Американан “АйбероАмерикано” ансамбль репертуарында индеец һәм испан бейеүҙәре бар. Халыҡ-ара фестиваль өсөн улар үҙенсәлекле тамаша әҙерләй – ҡыҙҙар баштарына шешә һәм ҡомған ҡуйып бейей. Мәҙәни форум барышында Парагвай артистары республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйлап ижади сәфәргә сыға. Бөтә донъя Фольклориадаһы 3 июлдә башлана.