Башҡортостанда мотлаҡ вакцинация индерелеүе ихтимал

Был турала Республика башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр ҙә коронавирус менән бәйле хәл киҫкенләшә икән ҡәтғи саралар күрергә тура киләсәк.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ 2 июлгә тиклем дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 60 процентын вакцинациялау бурысын ҡуйҙы. Чиновниктар тәү сиратта өлгө күрһәтергә тейеш, тине Радий Фәрит улы. Оператив кәңәшмәлә иҡтисади темалар ҙа ҡаралды. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Республикала был аҙнанан юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелә. Мәҙәниәт учреждениелары, спорт объекттары халыҡты прививка сертификаты менән генә ҡабул итә башлай. Ә 29 июндән сикләүҙәр дөйөм туҡланыу, социаль хеҙмәтләндереү, шифахана-курорт ойошмаларына, студенттар ятағына, ҡала яны поездарына ла индерелә. Әммә белгестәр фекеренсә, хәүефһеҙлек талаптары ғына мәкерле сирҙән ҡотҡара алмай. Төп һаҡланыу инструмент булып вакцинация тора.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, үткән ял көндәрендә коронавирустан привика яһатыусылар 28 процентҡа артҡан. Халыҡ килә икән, вакцина менән өҙөклөк һәм сираттар булмаҫҡа тейеш, тине Республика башлығы. Әле Башҡортостанда 170 вакцинация пункты эшләй.

Вакцинаны Дәүләт хеҙмәте порталы һәм регистратура аша яҙылып поликлиникала яһатырға ла, мобиль үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Бынан тыш, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә лә эшләтергә мөмкин.

Килсәктә оператив кәңәшмәләрҙә предприятиеларҙың эшмәкәрлеге тураһында отчет сығыштарын да тыңлау ҡарала. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан «Сода» компанияһы етәкселеге сығыш яһаны. Предприятие быйыл йыл аҙағына тиклем Стәрлетамаҡ янындағы аҡ диңгеҙҙәрҙе, йәғни шлам соҡорҙарын рекультивациялауҙың 1-се һәм 2-се сиратын тамамларға ниәтләй. киләсәктә был майҙандарға ағас ултыртыу ҡаралған.

Эдуар Давыдов әйтеүенсә, Шахтауҙың сеймалы тағы ла 6 йылға етә. Бер үк ваҡытта предприятие альтернатив ятҡылыҡтарҙың килтерелгән материалдарҙы тикшереү, һынау менән мәшғүл. Табыш күләменә килгәндә, тәүге ярты йыллыҡта 28 миллиард һумдан ашыу килем алынған, был алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк.

Оператив кәңәшмәлә Дәүләт күсемһеҙ милек реестрын мәғлүмәттәр менән тулыландырыу, Дәүләт Думаһына һайлауҙарға әҙерлек хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәктәпте тамамлаусылар өсөн дә яҡшы яңылыҡ бар, сығарылыш кисәләре уҙғарыла. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында оноторға ярамай тине Республика башлығы.

Рәмзиә Кәримова