Гөлнара Багданова 115-се гимназияла белем ала. Юғары һөҙөмтәгә ирешкән икенсе уҡыусы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Юлия Хәлилова. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала рус теленән барлығы 22 уҡыусы имтиханда 100 балл йыйған.