«Быуындар хәтере – Бөйөк Ватан һуғышы»

«Быуындар хәтере – Бөйөк Ватан һуғышы» тип аталған сара Ҡайғы һәм хәтер көнө алдынан ойошторолдо. Ҡала советы депутаты Руслан Кинйәкәев Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың электрон хәтер китабы тураһында һөйләне.

«Мәңге тереләр» һәм башҡа проекттар тураһында сығыштар булды. Һуғыш башланғандан беҙҙең көндәргәсә ун йыллыҡтар эсендә булған тарихи ваҡиғалар тураһында видеояҙма күрһәтелде.

Ваҡыт үтеү менән беҙ шанлы йылдар тураһында хәтерҙе нығытырға тейешбеҙ. Бөгөн беҙ шуның өсөн йыйылдыҡ.

Александр Верещагин, Мәғлүмәт һәм социаль технологиялар юғары мәктәбе директоры

Рәмилә Исмәғилева