Байрам тантанаһына Башҡортостандан һәм Марий Эл республикаһынан бик күп ҡунаҡтар килде.
Көтөп алынған осрашыу ауыл гимнын башҡарыуҙан башланды. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, Иванайҙың төп байлығы – рухлы, тырыш һәм ярҙамсыл кешеләр. Төбәктә дүрт быуатҡа яҡын быуындар бәйләнеше, ғаилә ҡиммәттәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә.
Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев хеҙмәт алдынғыларын һәм күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләне. Оло юбилей кесе Ватанын яратыусы ауылдаштарҙың берҙәмлек байрамына әүерелде.
Илдар Байбулатов