Фольклориадаға – башҡорт матрешкалары

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы июлдә Башҡортостанда үтәсәк донъяуи сараға матрешкалар эшләүҙе тамамлау алдында. Сувенирҙарҙың төп үҙенсәлеге башҡорт милли кейемендә булыуында. Эш барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин танышты.

Ҡара-йәшел еләнле, ҡашмау, ҫаҡал таҡҡаны. Рәссам-дизайнерҙар Дим буйы башҡорттары хас милли комплектты компьютерҙа йыя. Бынан ары матрешканы донъя халыҡтары башҡорт кейемендә күрә аласаҡ. Күрһәтерлек кенә түгел, һөйләрлек тә бай мәғлүмәт бар. Оло Башҡортостандың ырыуҙар бүленеше, ғөмүмән, күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әммә фольклориадаға башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыштағы комплект тәҡдим ителәсәк.

Рәссамдар кәрәк икән матрешкаларҙың сикәләрен ҡыҙарта, матурлыҡ өҫтәп талир тәнкәһен дә баҫа. Художество цехында эштең һөҙөмтәлелеген күрергә мөмкин. Бында ағас ҡурсаҡтарҙың ҙурынан бәләкәйенә тиклем бар.

Матрешка Рәсәй йөҙөн билдәләһә, ә Башҡортостан матурлығы менән биҙәй. Башҡорт милли кейем өлгөһө итеп Дим буйы башҡорттарының стиль үҙенсәлеге осраҡлы һайланмаған. Ул башҡа ырыу ҡатын-ҡыҙҙарынан тәңкәләрҙең күплеге менән айырыла. Халыҡ араһында ла киң таралған. Ҡашмауға Уралтау символы итеп бисерҙан өсмөйөш йәки ромбтар һалынған.

Бөгөн башҡорт матрешкаларын етештереү әҙерлек һыҙығына сыға. Сувенир продукцияһы Башҡортостан йөҙөн билдәләүҙән бигерәк, донъя халыҡтары алдында мәғрифәтселек һәм мәҙәни мәғәнәгә эйә.

Азат Ғәлиуллин