Башҡорт дәүләт университетында киләсәктә экспорт буйынса белгестәр әҙерләнә

Юғары уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин һәм Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөнө. Университетта “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр” һәм “Экспорт өлкәһендә хоҡуҡи көйләү” тигән йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләнә.