Башҡортостанда йорт һалырға теләгәндәр өсөн суперсервис булдырылды

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Цифрлы милек һәм төҙөлөш” тигән электрон хеҙмәт барлыҡҡа килде. Цифрлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, йорт һалырға теләгәндәр рөхсәт документтарын интернетта бер урында ҡарап юллай ала. “Цифрлы милек һәм төҙөлөш” тигән суперсервис беҙҙең республикала ғына эшләй.