Күмәк иммунитет булһын өсөн халыҡтың 60 проценты вакцина эштәләтергә тейеш. Баш ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә прививка эшләтеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Әле Өфөлә 117 меңгә яҡын кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да алған. Аҙаҡҡы көндәрҙә прививка яһатыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Ҡалала сауҙа үҙәктәрендә вакциналау буйынса мобиль пункттар күбәйтелде. Бөгөн “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексында асыла. Ул көндөҙгө берҙән киске 8-гә тиклем халыҡты ҡабул итә. Бынан тыш, мобиль пункттар “Ҡунаҡһарай”, “Простор”, “Мега”, “Планета”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә эшләй. Бында теләгән һәр кем прививка яһата ала. Паспорт һәм медицина полисы кәрәк.