Халыҡ-ара турнир августа үтә. Унда грэплинг, ирекле алыш һәм грек-рим көрәше буйынса ярыштар була. Башта грэплинг көрәшселәре майҙан тота. 18 йәшкә тиклемге һәм 21 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар көслөләрҙе асыҡлай. Аҙаҡ ирекле алыш һәм турнир аҙағында грек-рим көрәшселәре келәмгә сыға. Үҫмерҙәр араһында алыш буйынса донъя беренселеге Рәсәйҙә беренсегә ойошторола.