Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Республикала 46 мең 300-ҙән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар күберәк тыуа башлаған. Ғаиләләргә 30 төр пособие һәм социаль ярҙам саралары ҡаралған. Былтыр был йүнәлештә 1 миллиард һум бүленгән.