Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында көньяҡ тоннелдең үткәүелендә тау эштәре башланды

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев төҙөлөш барышы менән танышты. Өфө йылғаһы аша буласаҡ күпер нигеҙе һәм таяуҙары әҙерләнә, икенсе өлөшөндә эстакаданы ҡора башларға йыйыналар. Көнсығыш сығыу юлында былтыр ғинуарҙа төҙөлөш ҡайтанан тергеҙелде. Объект 2023 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.