Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановҡа мемориаль таҡтаташ асыла

Тантана ошо минуттарҙа башланып тора. Абрар Хаҡ улы популяр йырҙар авторы. “Ул республиканың йыр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе”, - ти ғалим, музыка белгесе Гөлназ Ғәлина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар беҙҙең радионың алтын фондында һаҡлана. Әйткәндәй, композитор үҙе лә радиола эшләп киткән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған тапшырыуҙар әҙерләгән.