Өфө ваҡыты менән 14 сәғәт 15 минутта бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Был акцияға бөтә телерадиокомпаниялар, шул иҫәптән "Юлдаш" радиоһы ҡушыла. Тап ошо ваҡытта СССР-ҙың халыҡ комиссары Вячеслав Молотов тура эфирҙа халыҡҡа фашистарҙың илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр иткән.