Бөгөндән мәҙәниәт усаҡтарына инеү сикләнә. Коронавирустан прививка эшләткәндәр йәки өс көнлөк кире һөҙөмтәле ПЦР анализы белешмәһе булғандар ғына тамаша ҡыла ала. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Юғары әҙерлек тәртибе” указына ярашлы, киләһе аҙнанан 50 кешенән артмаған йәмәғәт туҡланыуы урындары, матурлыҡ салоны, мунса, фитнес клуб, бассейн, студент ятаҡханалары, шулай уҡ ҡала яны пассажир транспортында ошондай сикләү ғәмәлдә була. 2 июлгә тиклем халыҡ күпләп йыйылған урындарға бармаҫҡа кәңәш ителә, медицина битлегендә булыу мотлаҡ. Йәмәғәт транспорты, ойошма һәм сауҙа үҙәктәрендә санитар талаптар үтәлеше буйынса тикшереүҙәр ойошторола. Тәртип боҙоусыларға штраф һалына.