Башҡортостанда "Подъездарҙы комплекслы ремонтлау”, “Башҡорт ихаталары” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программалары тормошҡа ашырыла. “Коронавирусҡа бәйле эш күләме кәметелде. Әммә һөҙөмтәләр бар. Быйыл 48 йортта 120 подъезд ремонтланды”, - тип яҙған Радий Хәбиров. 2021 йылда 112 күп фатирлы йортта 300-ҙән ашыу подъезд яңыртыла. “Программаны тормошҡа ашырғанда урындағы предприятиеларҙа етештерелгән материал ҡулланыла”, - тип билдәләгән республика башлығы. “Кешеләр фатирҙарынан төҙөкләндерелгән ишек алдына, унан уңайлы ихатаға сыҡһын, ғаиләһе менән матур паркта ял итһен. Ниәтләгән эштәр тормошҡа аша”, - тигән Радий Хәбиров.