Улар Төркиә ял үҙәктәрен һайлауы тураһында белдергән. Был хаҡта Туроператорҙар берләшмәһе башҡарма директоры Майя Ломидзе хәбәр итә. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда, был ил курорттарына барыу күпкә арзаныраҡ. Бөгөндән Төркиәгә Рәсәйҙән авиарейстар асылды. 30-ҙан ашыу ҡаланан самолеттар оса башланы.