Һуңғы һалдаттың һөйәктәрен тапмайынса һуғыш тамамланмай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандан ғына фронт һыҙығында 300 меңдән ашыу кеше һәләк була, 100 меңләп яугирҙең һуңғы төйәге һаман табылмаған. Ирекмәндәр әле булһа ла эҙләнеү эштәрен дауам итә.

Өфөнөң Сергиев зыяратындағы туғандар ҡәберлегендә лә Советтар Союзының төрлө республикаларынан 2 меңдән ашыу һалдат ерләнгән. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселәре, ветерандар, кадеттар, эҙәрмәндәр зыяраттағы мемориалдарға сәскәләр һалды, яу яландарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фронт һыҙығынан алыҫта урынлашҡан Башҡортостан дәһшәтле осорҙа ныҡлы тыл була, бында завод-фабрикалар күсерелә, ялалы һалдаттар тулы эшелондар ҡабул ителә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә генә 29 эвакогоспиталь эшләй.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, балалар ата-бабаларҙың ҡаһарманлығын белеп үҫергә тейеш, шуға күрә патриотик сараларға тап йәш быуынды йәлеп итеү мөһим.

Рәмзиә Кәримова