Бөгөн Башҡортостан Милли музейында «Еңеү һалдаттары» фотокүргәҙмәһе асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Экспозиция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала. Фотоһүрәттәрҙә яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар ҙа, әйләнеп ҡайтыусылар ҙа бар. Ижадсылар эштәрендә Еңеү байрамынан күренештәр, өс мөйөшлө хаттар, хеҙмәт ветерандарын күрһәткән.

Рәмил Нафиҡов, Рәмил Килмәмәтов, Рәиф Баҙыҡов һәм башҡа фоторәссамдар был проектта 2005 йылдан эшләй. Милли музейҙағы күргәҙмә ике ай дауам итә. Шулай уҡ музейҙың май айында реконструкциянан һуң асылған «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» залында тарихи экспонаттар менән танышырға мөмкин.

Рәмилә Исмәғилева