Ковидтан тағы ике кеше һәләк булған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда Ковид-19 вирусы һәм дауахананан тыш пневмония йоҡтороуға бәйле 222 яңы осраҡ асыҡланған. Пандемия башланған осорҙан республикала коронавирус диагнозы ҡуйылыусылар 40 306-ға етте.

Бөгөн дауаханаларҙа яңы инфекциянан 225 кеше дауалана. Уларҙың 32-һе ауыр хәлдә. 2 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 1427 сирле амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә сирҙән 117 кеше һауыҡҡан, ике кеше һәләк булған.

Гөлдәриә Йосопова