Кушнаренко районының Ҡупай ауылында тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл асылды

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә иҫтәлекле урынды асыуға ауыл халҡы йыйылды. Һуғыш йырҙары өлкәндәрҙе 80 йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтты. Ауыл халҡы һәм тантана ҡунаҡтары һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Постамент ике өлөштән тора – ат һәм уны эйәрләгән ғорур ҡарашлы егет. Сарала Ҡупай ауылында йәшәүселәргә «Һуғыш балаһы» таныҡлығы тапшырылды. Һәйкәлде атаһы Хәтмулла һәм ауылдың тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә райондың почетлы гражданины Ринат Ғарипов ҡуйған.

Рәмилә Исмәғилева