Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта шундай ҡарар ҡабул ителде. Быға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә дәүләт аҡсаһын дөрөҫ тотоноу буйынса тикшереүҙәр ойошторолған. Ҡайһы бер осраҡта етештеһеҙлектәр асыҡланған. Бюджет аҡсаһын һөҙөмтәһеҙ ҡулланмаҫ өсөн контролде көсәйтергә һәм аныҡ алымдар билдәләргә кәрәк, тигән һығымта яһалды ултырышта.