ТАРИХ ҺӨЙЛӘЙ ТАШТАР. Махсус репортаж

Бер үк ҙурлыҡта һәм арауыҡта ҡәбер таштары ҡуйылған гектарға яҡын майҙан. Биләмә уратып алынған, бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Тик был әлеге ваҡытта. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әлшәй районының Шафран ауылы йөҙҙәрсә совет һалдаты өсөн һуңғы төйәккә әүерелә. Ул ваҡыттың михнәттәрен үҙ иңдәрендә кисергәндәр яҡшы аңлай.

Вагондарҙан яралы һалдаттарҙы ҡабул итеү ҙә, госпиталдә ярҙам итешеү ҙә, ерләү мәшәҡәттәре лә ҡатын-ҡыҙ, быуыны ла нығынып өлгөрмәгән бала-саға иңенә төшә. Руслан Солтановтың кирбес заводында эшләгән Көмөшбикә өләсәһе лә һалдаттарҙы ерләү ҙә даими ҡатнаша.

Оло быуын вәкилдәре иҫләүенсә, көн һайын госпиталгә эшелондарҙан 30-40 яралы һалдатты ҡабул итергә тура килә. Аяҡҡа баҫҡандар кире фронт һыҙығына юллана. Тик бөтәһе лә түгел, күптәр алған йәрәхәттәренән йүнәлә алмай. Улар Шафран ауылы эргәһендәге туғандар ҡәберлегенә ерләнә.

1942 йылдан һалдаттар үлем тураһында уйламаһын өсөн медальондар тағыу туҡтатыла. Әммә ҡарар үлем күрһәткесен кәметмәй, ә бына мәрхүмдәрҙең шәхесен асыҡлау ауырлаша. Шафрандағы туғандар ҡәберлегендә лә 8 тиҫтәгә яҡын кешенең тыуған йылы яҙылмаған.

Яңы ғына оло тормошҡа аяҡ баҫҡан 18 йәшлек егеттәр, 30-40 йәштәге олпат ирҙәр. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән яугирҙар араһында төрлө милләт, төрлө быуын вәкилдәре бар. Ҡайһы берҙәре тураһында тулы мәғлүмәттәр асыҡланған, туғандары табылған. Ә бәғзеләренең хатта исеме лә билдәһеҙ. Күрәһең, улар юлда уҡ мәрхүм булған йәки һөйләшерлек хәлдә булмаған.

Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлеге халыҡтар берҙәмлегенең асыҡ сағылышы. Исем-шәрифтәр дошман илбаҫарҙарына ҡаршы төрлө милләт халыҡтарының күтәрелеүен күрһәтә. Украинаның Чернигов өлкәһенән генә 7 яугир.

Яу яланында мина шартлап аяҡ-ҡулдарын юғалтҡандар, контузия алып хәтере юйылғандар, алған йәрәхәттәренән юлда ғүмере өҙөлгәндәр, ҡотҡарыуҙы һорап өмөт тулы күҙҙәрен төбәгәндәр. Шафран халҡына йән өшөткөс хәлдәрҙе көн һайын күрергә тура килә. Ерле халыҡ әйтеүенсә, Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән һалдаттарҙың күберәк булыуы ла мөмкин.

Был стеналар дәһшәтле йылдарҙың өнһөҙ шаһиты, улар яу ҡаһармандарының тән һәм йән һыҙланыуҙары менән һуғарылған. Әле Шафран шифаханаһы урынлашҡан ошо корпустарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакогоспиталь эшләй. Көн һайын бында фронт һыҙығынан эшелондар тулы яралы һалдаттар ташыла.

Әлшәй районының Шафран ауылы Мәскәүҙән генә 1 мең 400 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был төбәк халҡы әсе һәм аяныслы юғалтыуҙарҙы үҙ йөрәге аша үткәрә. Хозур тәбиғәте менән дан тотҡан һәм туберкулез сирлеләр дауаланған шифахана яралалырҙы ҡабул итә башлай. Уға 2576-сы тигән номер һуғыла.

Бөйөк Еңеүҙән һуң тотош ил емереклектәр аҫтында ҡала. Әммә Әлшәйҙәр ҡатмарлы осорҙа ла яу ҡаһармандары ерләнгән изге урынды онотмай. 1948 йылда уҡ бында һәйкәл ҡалҡып сыға. Ә 1972 йылда ҡәберҙәргә исем-шәрифтәр яҙылған плитәләр ҡуйып сығыла. Тик йылдар үтеү менән ябай ғына төҙөлөш материалдарынан эшләнгән һәйкәл емерелә башлай. Бер осор ул ташландыҡ хәлдә була. Әле был биләмә «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән.

Фронт һыҙығынан алыҫта урынлашҡан Башҡортостан һуғыш йылдарында 250 меңләп яралы һалдатты ҡабул итә. Өфөлә генә тиҫтәләрсә госпиталь эшләй. Йөҙҙәрсә яугир Башҡортостан ҡуйынында мәңгелек йортон таба. Өфөнән ситтә урынлашҡан Туғандар ҡәберлегенең иң ҙурыһы Әлшәй районының Шафран ауылында.

Ерле халыҡ дәһшәтле мәлдәр хаҡындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Уҡыусылар йылдар дауамында билдәһеҙ һалдаттарҙың шәхесен асыҡлау, яҡындарын эҙләү менән мәшғүл. Йырҙағыса, Туғандар ҡәберлегенә шәмдәр ҡуйыусы юҡ, тол ҡатындар иламай. Әммә улар халыҡ хәтерендә. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Бөйөк Еңеү оло юғалтыуҙар, күҙ йәштәре яулап алына.

Рәмзиә Кәримова