Бер айҙан ашыу ваҡыт дауамында “Сәләмәт Өфө” тигән акция ойошторолдо. Коронавирустан прививка эшләткәндәргә махсус код яҙылған флаерҙар таратылды. Уны 20 июнгә тиклем сайтта теркәгәндәр араһында фатир, 10 смартфон һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Ойоштороусылар белдереүенсә, 38 меңдән ашыу кеше конкурс шарттарын тулыһынса үтәгән. Телемарофон бөгөн кис “Вся Уфа” каналында үтә.