Башҡортостан Башлығы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында шул турала белдерҙе. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына тәҡдимдәр әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Аҙаҡҡы ике йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн артыҡ ҙур түләүҙәр килә. Бындай кире күренеш күп фатирлы йорт менән идара итеү компанияларының ҡатмарлы финанс хәленә бәйле булған. Радий Хәбиров коммуналь түләүҙәр өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса авгусҡа тиклем тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.