Башҡортостанда эҫе ай аҙағынаса була

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа температураһы көндөҙ +30, +35 градусҡаса күтәрелә. Белгестәр “хәүефле ҡояш” тураһында ла иҫкәртә. Ультрафиолет нурҙары индексы юғары булыуы көтөлә. Был ваҡытта көндөҙгө сәғәттәрҙә ҡояш аҫтында мөмкин тиклем оҙаҡ йөрөмәҫкә кәңәш ителә. “Эҫелек ваҡытында ябай хәүефһеҙлек сараларын күрергә кәрәк”, - ти табип Рәфиә Буранбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт