Был аҙнала Стәрлетамаҡта “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексының йәйге фестивале үтә. Мәктәп уҡыусылары йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, туп ырғытыу һәм башҡа нормативтар тапшыра. Иң яҡшы уҡыусылар республика йыйылма командаһы составында Бөтә Рәсәй ярышында ҡатнаша.