Радий Хәбиров ағас ултыртыу күрһәткестәре менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, беҙҙең республика урманды тергеҙеү буйынса Волга буйы округында – беренсе, илдә етенсе урында килә. Былтыр 15 меңдән ашыу гектарҙа ағас ултыртылған. Был күрһәткес уҙған 10 йылда иң юғары булған. Урманды үҫтереү өсөн техника һатып алына. “Ошо көндәрҙә махсус машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына ебәрелде. Быйыл бөтәһе 70 трактор, культиватор, план, дискылы тырма һатып алынды. Бының өсөн 54 миллион ярым һум бүленде. Аҡса башлыса федераль бюджеттан тапшырылды”, - тип яҙа Радий Хәбиров.