Республика халҡына ситтән тороп эшләргә күберәк тәҡдим итә башлағандар

Head Hunter агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдә июндә 18 меңдән ашыу вакансияла дистанцион эш күрһәтелгән. Беҙҙең республикала ошондай тәртиптә 800 эш урыны тәҡдим ителә. Был күрһәткес бер ай элек булғанынан 200-гә күберәк. Вакансиялар башлыса компьютер һәм мәғлүмәт технологиялары, маркетинг, реклама өлкәләренә тура килә.