Башҡортостандан 9 класс уҡыусыһы Европа география олимпиадаһында көмөш миҙал яулаған

Рәсәй йыйылма командаһы илдең төрлө төбәктәренән тупланған уҡыусыларҙан тора. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, беҙҙең ил балалары 12 миҙал яулаған. Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһынан Владислав Зайцев юниорҙар араһында икенсе урын алған. Ярышта 13 дәүләттән 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Эпидемиологик хәлгә бәйле, олимпиада онлайн үткән. Ярышты уҙғарыу урыны итеп Сербияның Белгород ҡалаһы иҫәпләнә. Мәктәп уҡыусыларының Халыҡ-ара география олимпиадаһы августа үтә.