Башҡортостанда коронавирустан үткән тәүлектә өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  үткән тәүлектә 3 сирленең ғүмере өҙөлгән. Табиптар тағы 120 кешегә “Ковид-19” диагнозын ҡуйған. Пандемия башланғандан алып, республикала 40 мең 426 кеше хәүефле вирус менән зарарланған. Әле 1 мең 400-ҙән ашыу сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Стационарҙа 218 пациент ята. Уларҙың 33-ө ауыр хәлдә, 2 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә үпкә сирлеләр 109-ға артҡан.