Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тәғәйенләнде

Бөгөн республика парламенты ултырышында депутаттар ошо вазифаға Михаил Закомалдин кандидатураһын хупланы. Быға тиклем ул Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор булды.   “Республикала йәшәүселәрҙең ялыуҙарын ҡарау эшемдең төп өлөшө буласаҡ. Үҙәк аппаратта ғына түгел, ҡала һәм райондарҙа ла халыҡты даими  ҡабул итеүгә күсергә планлаштырабыҙ. Кешеләргә хоҡуҡи мәғлүмәт биреүҙе яҡшыртыу ҙа мөһим бурыстарҙың береһе”, тип билдәләне сығышында Михаил Закомалдин.